Размер:
  • A
  • A
  • A
Цвет:
  • C
  • C
  • C
  • C
  • C
Изображения
  • Вкл.
  • Выкл.

Һаулығыңа битараф булмаһаң

25 Апреля 2016

Йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә ялҡынһыныуы, йыуан эсәк ауырыуҙары бөгөн йыш  осрай. Улар, башлыса, ҡан баҫымының юғары, шәкәр һәм холестериндың күп булыуы, һимереү, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлекте саманан тыш ҡулланыу кеүек насар ғәҙәттәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Ошо сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау маҡсатында 2013 йылдан поликлиникаларҙа  халыҡҡа диспансеризация үткәрелә. Профилактик медицина тикшереүе 21 йәштән башлап һәр гражданинға 3 йылға бер тапҡыр башҡарылырға тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары йыл һайын үҙҙәре теләгән ваҡытта килеп тикшеренә ала. 2016 йылда, мәҫәлән, 1998, 1995, 1992, 1989, 1986, 1983, 1980, 1977, 1974, 1971, 1968, 1965, 1962, 1959, 1956, 1953, 1950, 1947, 1944, 1941, 1938, 1935, 1932, 1929, 1926, 1923, 1920  һәм 1917 йылдарҙа тыуғандар үтергә тейеш. Бының өсөн медицина полисы һәм паспорт, СНИЛС менән йәшәгән урын буйынса поликлиника регистратураһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда һеҙҙе тейешле кабинетҡа ебәрерҙәр. Тикшереүҙәр пациенттың йәшенә ҡарап билдәләнә. Диспансеризация йүнәлтмәһе булған пациенттарҙы тәү сиратта ҡабул итергә тейештәр.

            Профилактика үҙәге мөдире Валентин Родионов биргән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, былтыр 23325 кеше һаулығын ҡайғыртҡан. Шунда тәүгә 2 туберкулез, 13 яман шеш, 208 аҙ ҡанлылыҡ, 3533 эндокрин, 3486 ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары асыҡланған.

Динә ҒӘЛИЕВА.

Возврат к списку